Ишемгулов Сиражитдин Нуритдинович
Ишемгулов
Сиражитдин
Нуритдинович
артиллерист
Дата рождения: 20.08.1917

История солдата

Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы 1917 йылдың 20 авгусында  Ейәнсура районы Аҫҡар ауылында ярлы-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылында мәктәп булмағас, төрлө ауылдарҙа йөрөп белем ала.

Һәләтле баланы 14 йәше тулғас Карауанһарай Башҡорт педагогия техникумына әҙерлек курстарына һайлап алалар. Күп балалы ярлы уҡытыусы ғаиләһенең  иң ҙур балаһы булараҡ, тормоштоң әсе һурпаһын бик күп татырға тура килә уға.  Багор тотоп, сплавщиктарға ярҙамсы булып та эшләп йөрөй ул. Туҡланыу яғы насар булғас, хәлһеҙлектән баштары әйләнеп, көс- хәл менән эш көнөн тамамлаған саҡтары күп була.  Нисек кенә булмаһын, һәләтле бала  Карауанһарай педагогия техникумын 1936 йылда тик яҡшы билдәләренә тамамлап сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн Сталин исемендәге премияға лайыҡ була. Был премияға  бик һирәктәр генә лайыҡ тип табылған заман була. Башҡортостан халыҡ мәғарифы комитеты ҡарары менән Хәйбулла районына уҡытыусы итеп ебәрелә.

 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына.  Бөйөк Ватан Һуғышы башланыу менән һуғышҡа китә, ике тапҡыр ауыр яралана. 1942 йылда һуғыштан ауыр яраланып ҡайта һәм Әбеш ете йыллыҡ мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә.  

Билде биштән быуып эшкә тотонған яугирҙы 1945-се йылдан 1953-се йылға тиклем директор, 1953-1958- се йылдарҙа завуч, 1958-1977-се йылдарҙа урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

Уҡытыу-тәрбиә һәм етәкселек эше менән бер рәттән Орск уҡытыусылар институтын , ә 1959-сы йылда ситтән тороп дәуләт педагогия институтын уңышлы тамамлай.

 Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғолов 27 йылдан ашыу Әбеш  урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Үҙен оҫта етәксе һәм уҡытыусы итеп күрһәтә. Педколлективтың етәксеһе булараҡ, ул мәктәптең уҡытыу һәм матди-техник базаһын нығытыуға, яңыртыуға, мәктәпте квалификациялы белгестәр менән туплауға, уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлгә күтәреүгә күп көс, тырышлыҡ һала. Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғоловтың инициативаһы һәм әүҙем ҡатнашлығы менән Әбеш ауылында ике тапҡыр мәктәп бинаһы һәм уның янында интернат төҙөлә. Ул осоҙар бик ауыр була, колхозда ғына түгел районда ла төҙөлөш техникаһы, транспорт  юҡ. Директор республиканың һәм райондың төрлө ойошмаларына, күрше Ырымбур өлкәһенә йөрөп төрлө саралар менән төҙөлөш материалдары ҡайтарта. Урманда әҙерләнгән ағас бүрәнәләрҙе төҙөлөш материалына әйләндергәнсе тау-урман араларын нисә тапҡыр йәйәүләп үтергә тура килгәнен үҙе генә белгәндер. Һуғышта аяғы ауыр яраланып ҡайтҡан ветеран өсөн был әлбиттә еңел булмағандыр.  Нисек кенә булмаһын, берҙәм көс менән 40-сы йылдар аҙағында ҙур ағас-бүрәнәнән һалынған  мәктәп, ә 60-сы йылдар уртаһында заман талаптарына ярашлы  кирбестән һалынған  мәктәп бинаһы төҙөлә.

 Мәктәп төҙөлөүгә әбештәр генә түгел, ә Әбештән башҡа тағыла 6-7 ауыл халҡы бик шатлана, сөнки ул ауылдарҙан да балалар Әбеш мәктәбендә уҡыйҙар. Тағы ла бер ҙур бурыс - мәктәп яны интернатын төҙөүҙе тормошҡа ашырырға кәрәк була уға.  Талантлы директор етәкселегендә яңы мәктәптә һәм интернатта эшләү уҡытыусыларға көс, дәрт бирә, улар һоҡланғыс һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәпте тамамлаусылар күпләп юғары уҡыу йорттарына  инеп квалификациялы белгестәр булып сығалар.  Районда һәм республикалағы оҫта етәкселәрҙең күбеһе - ошо мәктәпте тамамлаусылар, сөнки мәктәптә уҡыусыларҙы тормошҡа әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә.

Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғоловтың тырыш хеҙмәте юғары баһалана- 1963- се йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», 1971-се йылда «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены» кавалеры, Хәйбулла районының почётлы гражданы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы була.

Тормош иптәше Дәүләтшина-Ишемғолова Мәхрүсә Ғәзиз ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар эшләй. «БАССР-ҙың мәғариф алдынғыһы», «Хеҙмәт  алдынғыһы», «Хеҙмәт  ветераны » тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡлы була.  хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә  эшләй.

Улар 37 йылдан ашыу кешеләрҙе һоҡландырып бергә ғүмер итәләр, 4 бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирәләр. Ҡыҙҙары Луиза һәм Светлана врач һонәрен һайланылар, улдары Юлай һәм Марат авиация институтын тамамланылар.

Тормош иптәше вафат булғас Сиражетдин Нуретдин улы Өфөгә балалары янына күсеп килә.

 Ҙур йөрәкле уҡытыусы, етәксе, шәхес булараҡ Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улын ауыл, район халҡы әлеге көндә лә хөрмәтләп иҫкә ала, йәш быуынға ғорурланырлыҡ өлгө итеп  һаҡлай.

 

Регион Республика Башкортостан
Населенный пункт: Уфа
Воинская специальность артиллерист
Место рождения Ейәнсура районы Аҫҡар ауылы
Дата рождения 20.08.1917

Семья солдата

Махруся
Давлетшина-Ишемгулова Махруся Газизовна

Автор страницы солдата

Страницу солдата ведёт:
История солдата внесена в регионы: