Бикьян
Аллаярович
ПОДЕЛИТЬСЯ СТРАНИЦЕЙ
Боевой путь
Воспоминания
Олатайым Әминев Бикйән Аллаяр улы 1921 йылдың 12 декабрендә Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуып үҫә. Әрме сафына 1939 йылдың 25 сентябрендә алына һәм Новосибирский военный округка ебәрәләр. НКВД-ла хеҙмәт итә. Тимер юлдарҙы, күперҙәрҙе һаҡлайҙар.
1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башлана һәм командир курсына уҡырға ебәрәләр.Ҡыҫҡа срок менән өс ай уҡыталар.Уҡып бөткәс, көҙ ебәрелгән йәш һалдаттарҙы өйрәтә.
140-сы полк Новосибирский военный округ составында хеҙмәт итә һәм уларҙы Орджоникидзе фронтына ебәрәләр. Орджоникидзе ҡалаһын фашистарҙан азат иткәс, Волхов фронтына ебәрәләр.
1942 йылдың 17-18 ғинуарында Волхов ҡалаһында ҡаты һуғыштар башлана.Волхов ҡалаһын азат иткәс, 1943 йыл 20 ғинуарында Ленинград фронтына ебәрәләр. Ленинград фронтынан һуң Кавказ фронтына ебәрәләр. Грозный ҡалаһын немец илбаҫарҙарынан һаҡлағандар.Унда нефть промышленносын фашистәргә бирмәҫ өсөн ҡаршы һуғышҡандар.
Тауҙарҙа ҡаты һуғыштар була. 3-сө батальон 1-се ротаға немец азотын юҡ итергә приказ була. Олатайымдың отделенияһында 11 һалдат була. Атакаға күтәрелгәндә эргәһенә снаряд килеп төшә.Өсөнсө көн тигәндә олатайымды эҙләп алалар. Ярты кәүҙәһе тупраҡҡа күмелгән була. Ныҡ ҡаты яраланып, Тбилиси ҡалаһына госпиталгә эләгә. 8 ай госпиталдә ята
Ошо яуҙарҙа уның бер күҙе, аяғы яралана һәм 1 төркөм инвалиды булып тыуған яғына ҡайтып төшә. Төшөнкөлөккә бирелмәй ул, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып тормош көтә, өләсәйем Маһира Ҡорбанғәле ҡыҙы менән 6 балаға ғүмер бирәләр.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Батырлыҡ миҙалдары", 1-се һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана. Рэхмэт олатай Ғорурланабыҙ!!!! Яратабыҙ!!!